Өфөнөң урмансылар паркында ғашиҡ парҙар йүгерҙе

Спорт сараһы быйыл унынсы тапҡыр ойошторолдо. Сатлама һыуыҡ иртәлә ҡала баҡсаһында марафонға йыйылыусылар араһында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Спортты һөйөүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева аралашты.

Уларҙы спорт, әүҙем ял итеү осраштырған һәм ҡауыштырған. Яңыраҡ ҡына өйләнешкән Дәүләтбәковтар марафонда тәүгә. Әҙерлектәре бар. Йәш ғаилә көн һайын бында эштән һуң йүгерә икән.

Йүгереүсе ғәҙәттә таш яуһа ла шөғөлөн ташламай. 22 градус һыуыҡ нимә инде ул. Йоҡа ғына кейенеп, иң мөһиме күтәренке кәйефтә ғаилә парҙары ла, яңғыҙаҡтар ҙа стартҡа баҫты. Балалары менән килеүселәр ҙә бар.

Йүгереүселәр ике ярым, 5, 10 һәм 21 саҡырымда көс һынашты. Урмансылар паркында дәртле йыр-моң яңғыраны, спортты яратҡандар бер уңайҙан аралашты, танышты.

Йүгерергә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусылар ҙа килгән. Физик яҡтан ныҡ булыу һәм етеҙлек бик тә кәрәк унда ти, яугир.

Мобилизация буйынса киткәйнем. Бына әле отпускыламын. Йүгереү файҙалы. Яңғыҙым түгел, беҙҙең йүгереү клубы бар, бергә килдек.

Һәр ҡатнашыусыға йөрәк формаһындағы миҙал тапшырылды. Унынсы тапҡыр уҙғарылған сарала быйыл 427 кеше ҡатнашты.

Рәмилә Исмәғилева