Башҡортостандың мәғариф учреждениеларында хәрби-патриотик айлыҡ иғлан ителде

Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжында был акцияға һәр ваҡыт етди иғтибар бүленә. Сараны асыу тантанаһынан киләһе репортаж.

Урал аръяғы агро-сәнәғәт колледжы илһөйәрлек тойғоһон дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Уҡыу йортонда Герой партаһы булдырылған, батырлыҡ дәрестәре үтә. Хәрби-патриотик айлыҡты асыу тантанаһында студенттарҙың Ватанға һөйөү менән һуғарылған сығыштары рух, ғорурлыҡ уятты.

Колледждың 11-се төркөмө төркөм егеттәре Ватанға тоғро хеҙмәт итергә, уны һаҡларға ант биреп, тантаналы рәүештә кадет исемен алды. Беренсе курс егеттәре уҡыу йылы башынан үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтә. Уҡыу, спорт буйынса юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Кадет төркөмө студенттары ысын мәғәнәһендә белем усағының ғорурлығы.

Үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү - заманыбыҙҙың көнүҙәк мәсьәләләренең береһе. Хәрби айлыҡ осоронда Урал аръяғы агро‐сәнәғәт колледжы студенттары локаль хәрәкәттә ҡатнашҡан яугирҙәр менән осраша, шулай уҡ хәрби уйындарҙа, тематик стенгазеталар сығарыуҙа, 23 февралға арналған сараларҙа бик теләп ҡатнаша.