Теүәл анализдар өсөн. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы лабораторияһы төҙөкләндереүҙән һуң үҙ эшен яңынан тергеҙә. Бер нисә ай эсендә медицина учреждениеһында яңы ҡорамалдар ҡуйылған һәм хеҙмәт шарттары яҡшыртылған. Бүлек нисек үҙгәргәнен БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева асыҡланы.
Төҙөкләндереү ваҡытында Зубов ауылына күсеп торған клиник-диагностика лабораторияла яңынан эш йәнләнә. Заманса ҡорамалдарҙа, мәҫәлән, биохимик анализаторҙа сәғәтенә 120 анализ үткәрергә мөмкин. 1994 йылда асылған лабораторияла бөтәһе 280 дән ашыу анализ төрҙәре яһала.
Ремонт өсөн 29 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Техник база ғына түгел, лаборатория бүлектәре тотош яҡшыртылған. «Таҙа» һәм ҡыҙыл зоналар тураһында стеналарҙағы билдәләр әйтеп тора. Хеҙмәткәрҙәр өсөн эш бүлмәләре арттырылған. Урындағы техниктар һәм лаборанттар өсөн ыңғай үҙгәрештәр бар.
Капиталь ремонт ярты йыл эсендә яһалған. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эш хәүефле материал менән дә бара. Бигерәк тә бактериология лабораторияһында. Тап шуға ла эште хәүефһеҙ башҡарыу өсөн бөтә шарттар иҫәпкә алынған. Ковид пандемияһы осоронда бында көнөнә дүрт меңгә тиклем пцр анализдар тикшерелгән. Бынан тыш Республика клиник инфекцион дауаханаһында гепатиттың бөтә төрҙәрен асыҡлау буйынса ҡатмарлы тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм диагностикалана.
Лаборатория йылына 900 мең самаһы анализ яһай. Яңы ҡорамалдар ярҙамында был һан тағы ла артасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева