«Демография» милли проекты сиктәрендә Өфөлә геронтология үҙәгенең яңы бинаһы төҙөлә

50 урынға иҫәпләнгән социаль объект оло йәштәгеләр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле ҡарттар өсөн тәғәйенләнгән. Барлыҡ уңайлыҡтары булған яңы корпус быйыл файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана. Төҙөлөш барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова танышты.

Үҙәктең етәксеһе һәм заказсы яңы корпуста төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһына. Беренсе ҡатта мөмкинлектәре сикле ололар һәм үҙәктә даими йәшәүсе пенсионерҙар өсөн бассейн төҙөлә. Уның тәҙрәләренән паркка матур күренеш асыла. Әлегә төҙөлөш майҙаны ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, берәүҙәр бинаның диуарын күтәрә, икенселәр электр сымдарын үткәрә. Әммә проектҡа ҡарап ҡына ла үҙәк ни тиклем уңайлы буласағын төҫмөрләргә мөмкин.

Бинаның дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр, ул түңәрәк формала ҡоролған. Бер ай дауамында төҙөүселәр стенаны күтәреп бөтөргә, йылылыҡ трассаһын һалырға ниәтләй.

Бөгөн «Именлек» республика геронтология үҙәгендә 300-гә яҡын кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе дәүләт путевкалары буйынса бушлай урынлашҡан, 25 пенсионер түләүле хеҙмәттәр ала. Яңы корпус ололарҙы яңғыҙлыҡтан аралар, уларҙың тормошон еңеләйтеп, ҡартлыҡты лайыҡлы ҡаршыларға ярҙам итер тигән ниәттә үҙәк етәкселеге.

Яңы бина урынында инженер селтәрҙәре үтеүе төҙөлөш эштәрендә бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Бөгөн мәсьәлә хәл ителгән, бина 2024 йылдың 4-се кварталында файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.

Лилиә Мәҡсүтова