Рәсәй мосолмандар диниә назараты ҡарамағындағы «Йәннәт» мәҙәни- ағартыу үҙәгенең «Аманат» клубы мосолмандар өсөн сираттағы осрашыуын уҙғарҙы.
Психологтар сараға килеүселәргә яңғыҙлыҡ, ғаилә ҡороу һәм уны һаҡлау темаһына семинар ойошторҙо. Ғаилә ҡороуҙың әһәмиәте, исламда ир менән ҡатын мөнәсәбәттәре тураһында йәнле һөйләшеү уҙҙы. Ҡатын- ҡыҙҙар һәм ир- аттар өсөн лекциялар айырым үткәрелде. Йәш ҡыҙҙарға тәжрибәле аш-һыу оҫталары бишбармаҡ бешерергә, туҡмас киҫергә өйрәтте. Бындай осрашыуҙар клубта даими уҙғарылып килә.
Сарала яңғыҙаҡтар өсөн шәриғәт ҡанундары буйынса танышыу сараһы ла ойошторолдо. Бындай танышыу ысулы менән үҙәктә былтыр 25 пар барлыҡҡа килгән.