Уфачино - юбилей ҡәһеүәһе. Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала махсус кофе тәҡдим ителде. Өфө лимонарийында үҫкән ҡәһеүә бөртөктәренән етештерелгән үҙенсәлекле эсемлек ҡурай еләге һәм сәк-сәк менән биҙәп эшләнә. Проект етәксеһе, Уфачино ҡәһеүәһе капучино кеүек билдәле продукт буласаҡ тип өмөтләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Уфачино - сәй һәм ҡәһеүәне берләштергән үҙенсәлекле эсемлек. Ҡурай еләге һәм сәк-сәк валсыҡтары менән биҙәлгән кофе Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған. Ҡәһеүә, мәтрүшкә, бөтнөк, ҡара сәй, бал һәм һөттән эшләнгән эсемлекте баш ҡала кафе-ресторандарында эсергә мөмкин.
Уфачино ҡәһеүәһе бөртөктәренең бер өлөшө Өфөлә етештерелә. Әлбиттә, һүҙ кофе плантациялары тураһында бармай, сөнки сит ил үҫемлеген Башҡортостанда үрсетеү еңелдән түгел. Уфачино бөртөктәренең төп өлөшө Коста-Риканан килтерелә.
Өфө лимонарийында ҡәһеүә бөртөктәре 1998 йылдан алып үҫтерелә. Кофе үҫентеләре баш ҡалаға тәүге тапҡыр Израилдән алып ҡайтып үрсетелгән. Ситтән ҡарағанда сейә емештәрен хәтерләткән ҡәһеүә лимонарийҙа папайя, банан, лимон ағастары эргәһендә үҫтерелә.
Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған эсемлектең 100 миллилитры 290 һум тора. Сәй һәм кофены берләштергән Уфачино баш ҡала юбилейы саралары тамамланғас та ресторан менюһында һаҡланасаҡ. Эшҡыуар Михаил Кумпан Уфачино ҡәһеүәһе капучино кеүек билдәле продукт буласаҡ тигән өмөттә.
Флорида Ким