Республикала күренекле шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған саралар дауам итә

Бөгөн Өфөлә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында «Аҡбуҙат» журналы Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә ойошторған 1-се асыҡ республика һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Мөхәрририәт әҙип ижадына арналған бик күп ижади эштәрҙе ҡабул иткән. Иң-иңдәре журнал биттәрендә лә донъя күргән. Конкурс еңеүселәренең эштәре музейҙа ойошторолған күргәҙмәгә лә ҡуйылған.