Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында «Аҡһаҡ» спектакле премьераһы үтәсәк

Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында Мансур Ғиләжевтың «Бисура» пьесаһы буйынса «Аҡһаҡ» спектакле премьераһы үтәсәк. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Мистика һәм мөһим нәмә тураһында һөйләшеү милли йәштәр театрының башҡорт труппаһының яңы сәхнәләштереүендә. «Аҡһаҡ» спектакле һуғыш йылдарынан һуңғы осорҙа күптән нығынған система һәм ышаныс тураһында һөйләй.

Спектакль төп геройҙың тоталь яңғыҙлығы тураһында. Ул үҙ ғүмерендә бер нимәгә лә ирешмәгән, шатлыҡлы, ҡыуаныслы мәлдәр кисермәгән, хатта, улдарын да иҫләмәй. Ҡаты итеп әйткәндә, был донъянан китер алдынан ул өй эйәһе образы аша тормошҡа ышанысын ҡайтарырға тырыша.

Фирғәт Ғарипов, спектаклдең ҡуйыусы режиссёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

Спектаклдә төп персонаждарҙың береһен - «йорт эйәһен» Рәмзил Сәлмәнов башҡара.

Өй эйәһе образы, тәү сиратта, төп геройҙың намыҫы. Аҡһаҡ өй эйәһе менән аралашҡанда үҙ үҙе менән һөйләшә.

Рәмзил Сәлмәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы

14-15 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Башҡортостандың Милли йәштәр театрында үтәсәк спектаклдең премьераһына килеп, ваҡиғалар тарихына сумырға мөмкин.