Башҡортостандан һәүәҫкәр спортсы Беларусь республикаһында ике төбәк араһында дуҫлыҡ хаҡына марафон йүгергән. Бөгөн ул Ватанына ҡайтты. Тимур Исламов Минск ҡалаһында 200 саҡрымлыҡ араның бер өлөшөн йүгереп, икенсе өлөшөн велосипедта үткән. Үҙенең ҡаҙанышын ул ике республика араһында ныҡлы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлеккә арнаған. Йүгереү менән бала саҡтан шөғөлләнһә лә, Тимур Исламов профессиональ спортсы түгел. «Нефаз» ойошмаһында водитель булып эшләй. Ял ваҡытын социаль йүгереүҙәргә бағышлай.