Башҡортостан менән Малайзия араһында сауҙа бер йылда 8 тапҡырға артҡан

Ошо турала Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итәләр. Уҙған йылда был дәүләткә башлыса химия сәнәғәте продукцияһы һатылған. Шулай уҡ иген һатыуҙы арттырыу мөмкинлеге бар. Бынан тыш фармацевтика, машина төҙөлөшө, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытырға була, тип хәбәр итәләр ведомствонан.