"Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмәһендә "Сәләмәт Башҡортостан" тигән аҙналыҡ башланды. Бөгөн Республика перинаталь үҙәге белгестәре буласаҡ атайҙарға кәңәштәр бирә. Иртәгә ирекмәнлек темаһы көнүҙәк була, тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Көн һайын республика шифаханаларына юлламалар уйнатыла. Тематик аҙна 18 февралгә тиклем дауам итә.