Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта граждандар оборонаһы мәсьәләһе ҡаралды. Йыл һайын 80 махсус программа буйынса 7 меңдән ашыу кеше уҡытыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты уҡытыу-методик үҙәк ойошторған. Унда һәр кем беренсе ярҙам күрһәтеү, янғын хәүефһеҙлеге, ҡотҡарыу эше буйынса башланғыс курстар үтә ала. Дәрестәр онлайн тәртибендә лә ойошторола. Ултырышта мөмкин тиклем күберәк халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тәртип һаҡлау ҡағиҙәләренә өйрәтәү бурысы ҡуйылды.