«Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү» программаһына 822 миллиард һум йүнәлтеләсәк

Алдағы 7 йылда «Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү» программаһына 822 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Финанстың күп өлөшө Мотлаҡ медицина страховкалау Территориаль фондынан килә, шулай уҡ федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан да аҡса бүленә. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Медицина ярҙамы сифатын арттырыу - төбәк өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе.

Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға 114 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтәбеҙ. Был дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу һәм тармаҡҡа медицина кадрҙары йәлеп итеү буйынса эште дауам итеү мөмкинлеге бирә.

Андрей Назаров, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры

«Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы үҙ эшен дауам итәсәк. Уның ярҙамында һуңғы өс йылда ғына республикала 5 поликлиника, 8 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 2 табип амбулаторияһы төҙөлдө, 66 медицина учреждениеһында капиталь ремонт эшләнде. Шулай уҡ 352 берәмек автотранспорт һәм 9 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һатып алынды.