«Спорт - тормош нормаһы» федераль проекты сиктәрендә ил күләмендәге саранан Иглин районы ла ситтә ҡалманы. 5-се мәктәп эргәһендә ойошторолған бәйгелә йөҙҙән ашыу кеше үҙ көсөн һынап ҡараны.
Спорт байрамының маҡсаты- сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡты саңғы спортына йәлеп итеү һәм иң көслөләрҙе асыҡлау. Ярыш башланыр алдынан Рәсәй гимны яңғыраны. Был көндө стартҡа уҡыусылар, дөйөм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, көмөш ирекмәндәр һәм ҡышҡы спорт төрҙәрен үҙ итеүселәр баҫты. Һәр ҡатнашыусы финишҡа беренсе килергә тырышты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса үҙ категорияларында еңеүселәр дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.