Рәсәй Президентын һайлауға бер ай ваҡыт ҡалды

Әле Башҡортостанда сәйәси кампанияға ныҡлы әҙерлек бара. Рәсәй Президентын һайлау 15-се марттан 17-нә тиклем үтә. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау комиссияһы ойошторолған, участкаларҙа 10 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләйәсәк.

Бәләбәй, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалаларында күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн 5 һайлау участкаһы ҡаралған. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан халҡы һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша, был йәмәғәтселектең үҙ гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә теләүе менән бәйле. Күптәр сәйәси кампанияға ғаиләләре менән барырға йыйына. Илдең киләсәге үҙебеҙҙең ҡулда, ти улар.