Бының өсөн төҙөүселәр өҫтәмә терәүҙәр ҡорған. Бынан тыш ҡеүәтле крандар ултыртыу өсөн майҙансыҡтар ҙа эшләнә. Улар хатта, һыуҙа ла урынлашасаҡ. Техника арканы һүткәндә ҡолап китмәһен өсөн күтәреп тора.
Заманса технологиялар күперҙәрҙе аркаһыҙ ҙа төҙөү мөмкинлеге бирә. Ләкин 1956 йылда төҙөлгән ҡоролманың аркаһы Өфөнөң иҫтәлекле урыны, визит картаһына әйләнде. Шуға күрә уны шул килеш ҡалдырырға ҡарар ителгән. Әле күперҙең терәүҙәре лә төҙөкләндерелә. 11 бағананың һигеҙе тулыһынса яңыртылған. Үтә ныҡ таушалғандары тирә яҡлап бетон менән нығытылһа, ярыҡтары булған бағаналарға инъекция яһала. Бының өсөн терәүҙәрҙең уртаһы тишелә һәм махсус ҡатнашма тултырыла. Бер терәүгә ике-өс тонна ҡатнашма сарыф ителә, ти төҙөүселәр.
Иң ҡатмарлыһы һыу эсендә бағана ҡағыу, ти төҙөүселәр. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөкләндереү планға ярашлы үтәлә. Эш ике сменала алып барыла һәм сатлама һыуыҡтарҙа ла туҡтатылмай. Беренсе терәүҙән алып етенсеһенә тиклем күперҙең балкалары ла һалынған. Көндәр йылытыу менән унда асфальт түшәлә башлаясаҡ.