Ҡан һәм уның компоненттарын тапшырырға донорҙар яңғыҙы ғына түгел, парҙары менән килде. Изгелек ҡыл да, ҡан тапшыр...
Илнур Әлмөхәмәтов өсөнсө йыл ҡан һәм уның компоненттарын тапшыра. Бөгөн ул ҡатыны менән килгән. Берҙән кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн, икенсенән, процедура донорҙың иммунитеты өсөн файҙалы, өсөнсөнән, бының өсөн ял да бирәләр..
Ҡан тапшырыу станцияһында иртәнге һигеҙҙән төшкә тиклем кеше өҙөлмәй. Акцияға күптәр парлашып килгән. Һәр кемгә «Рәхмәт хаты», бүләк һәм һәр илленсе донорға сертификат ҡаралған.
Ҡан донорлығы яман шеш, анемия, бала табыу ваҡытында, бәхетһеҙ осраҡтарҙан һуң йәки операция ваҡытында өҙлөгөүҙәрҙән яфаланған пациенттарҙы дауалау өсөн ҡулланыла. Донация - хәүефһеҙ процесс, хатта бер донор өс кешенең ғүмерен ҡотҡара ала.
Йыл башынан республика буйынса 8 меңдән ашыу донация яһалған һәм 4 тоннанан ашыу ҡан һәм уның компоненттары тапшырылған.
Кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыу эшендә акциялар уҙғарыу ҙа булышлыҡ итә. Киләһе акция 22 февралгә тәғәйенләнгән.
Рәмилә Исмәғилева