Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тула

Ун йыл дауам иткән ҡан ҡойошта илебеҙ 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицерын юғалта. Башҡортостандан ғына 343 кеше яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Бөгөн ошо дата уңайынан Өфөнөң Октябрь районында тантаналы осрашыуҙар үтте.

Күләмле саралар иртәгелеккә лә билдәләнгән. Тарихи дата уңайынан Өфөлә локаль хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарға арналған мемориалға сәскә һалыу, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында тантаналы йыйылыш үтә. Саралар республиканың бар төбәктәрендә лә ойошторола.