Ошо уңайҙан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында исемле күргәҙмә эш башланы. Ғилми хеҙмәткәрҙәр, ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары, яугирҙың Әбйәлил районынан яҡташтары ҡатнашҡан сарала Таһир Тайып улының тормош һәм хәрби юлы бәйән ителде.
Экспозиция үҙәгенә Советтар Союзы Геройының хәрби наградалары ла сығарылған. Уларҙы ваҡытлыса Таһир Кусимовтың улы, техник фәндәр кандидаты, профессор Салауат Кусимов тәҡдим иткән. Күргәҙмәне рәсми асыу тантанаһы ҡатнашыусыларына, шулай уҡ уникаль артефакт менән танышыу мөмкинлеге лә бирелде. Фондта һаҡланған 112-се Башҡорт кавалерия флагы төп нөсхәлә күрһәтелде.