Мәктәп һәм колледж уҡыусылары авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Факультетта белем алыусы студенттар эре корпорациялар, предприятиялар менән килешеү төҙөп, сит илдәрҙә стажировка үтеү, юғары стипендия алыу, уҡыу барышында эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.
Асыҡ ишектәр көнөнә килеүсе уҡыусылар авиация двигателдәре музейында булды, төрлө самолеттар төҙөлөшө менән яҡындан танышты. Шулай уҡ «Боинг 737» авиатренажерында үҙҙәрен ысын пилот булараҡ һынап ҡараны. Факультет менән яҡыныраҡ 14-се февралдән 16-һына тиклем танышырға мөмкин.