Мәскәүҙә Радий Хәбиров Максим Решетников менән осрашты

Мәскәүҙә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың эшсе осрашыуы барышында «Алға» айырым иҡтисади биләмәһен киңәйтеү, тимер юл төҙөлөшө һәм Рәсәй -Ҡаҙағстан халыҡ-ара форумына әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

Республика делегацияһының Минскиға рәсми сәфәре һөҙөмтәләре буйынса төбәк биләмәләрендә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында килешелгән. Башҡорт-белорус индустрия паркы булдырыу тураһында ҡара ҡабул ителгән. Тәүге резиденттарҙың береһе - электр транспортын етештереү буйынса завод. Был Минск автозаводы менән «Өфө трамвай- троллейбус заводы»ның берлектәге производствоһы. Салауатта белорус холдингы менән берлектә литий аккумуляторҙары етештереү планлаштырыла. «Химинвест» компанияһы яһалма полимерҙар эшләргә ниәтләй.

Бынан тыш, Максим Решетников менән Радий Хәбиров Сибай-Подольск-Новорудная тимер юлы өлөшөн һуҙыу, шулай уҡ быйыл көҙ Өфөлә үтәсәк Рәсәй-Ҡаҙағстан 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумына әҙерлек барышына бәйле һорауҙарҙы ла ҡараны.