Өфөлә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Рәсәйҙә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен тормошҡа ашырыу буйынса ваҡытлыса эшсе төркөм ултырышы үтте.
Төрлө дини конфессиялар, милли-мәҙәни ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарылған осрашыуҙа 2024 йылға саралар планы билдәләнде. Халыҡтар берҙәмлеген, милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, илһөйәр быуын тәрбиәләү - комиссия эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр тип билдәләнде.