Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәре, профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты, юридик фәндәр докторы Илдар Ғимаев иҫтәлегенә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Республика сәйәси тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған шәхескә арналған сарала уның хеҙмәттәштәре, Бишбүләк районы Айыт ауылынан яҡташтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Илдар Рәйес улы Бишбүләк районы Айыт ауылында тыуып үҫеп, ябай слесарҙан республика кимәлендәге юғары етәксегә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Совхоз директоры, район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, район хакимиәте башлығы, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаларын башҡара. Эшмәкерлеге менән ул төбәк үҫешенә күп көс һалып өлгөрә, 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт яҙып ҡалдыра.