Баймаҡ районының инвалидтар ойошмаһының «Өмөт бар» клубы «Асыҡ ишектәр көнө»н үткәрҙе

Унда һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, учреждение етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.

Районда инвалидтар ойошмаһы бик әүҙем эшләй. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе бергә туплап, уларҙың социаль мәсьәләләрен хәл итеү, көнкүрешен еңеләйтеү, буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу буйынса күп эштәр башҡара, даими рәүештә төрлө саралар үткәрә, унда ойошмала теркәлеүселәр ҙур теләк ҡатнаша.

Сыңғыҙ ауылынан Фәнисә Әхмәтова бер ҙә буш ултырырға яратмай. Һүрәттәр төшөрөү - уның яратҡан шөғөлдәренең береһе. Бынан тыш ул физик күнекмәләр буйынса онлайн дәрестәр ҙә үткәрә.

Быйыл Башҡортостанда һаулыҡтары буйынса мөмкинлеге сиклеләрҙе хәстәрләү йылы. Ысынлап та, сәләмәтлек мөмкинлеге сиклеләрҙе яңғыҙ ҡалдырмау, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим.

“Асыҡ ишектәр көнө”ң икенсе өлөшө түңәрәк өҫтәл артында эшлекле һөйләшеү менән дауам итте. Унда районда инвалидтар ойошмаһы үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, борсоған проблемалар күтәрелде, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйылды.

Альбина Байегетова