Баш ҡалала Гөлназ Ҡотоеваның ижад кисәһе уҙҙы

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала шағирә, билдәле журналист Гөлназ Ҡотоеваның ижад кисәһе уҙҙы. Шағирәне ҡотларға хеҙмәттәштәре, ҡәләмдәштәре, дуҫтары килде. Һәр ҡунаҡ уның бер шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип булып эшләгән. «Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире тиҫтәгә яҡын китап авторы. Илһамланып ижад итеүсе шағирә уҡыусыларына яңы йыйынтығын тәҡдим итмәксе.