Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлеге буйынса илдә лидерҙар рәтендә

Был турала социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. 5 йылда республикала сәнәғәткә 12 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Эшҡыуарҙарҙың ташламалы процент менән займ алыу мөмкинлеге бар. - Һәр йортта тиерлек Башҡортостан содаһы бар, беҙҙең быяла көҙгө, автобус тәҙрәләрен, юғары технологиялы продукция етештереүҙә ҡулланыла, Өфөләге авиация двигателдәре хәрби самолеттарға урынлаштырылған, - ти  премьер-министр.