Өфөлә хәрби-патриотик клубтар араһында ярыштар ойошторола

Патриотик тәрбиә биреү үҙәге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бағышлап конкурс уҙғара. Биш турнир үткәреү планлаштырыла. Спорт күпалышы, "Зарница" уйыны, атыу, ҡатнаш алыш, ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса ярыштар ҡаралған. Улар март, апрель, май һәм июнь айҙарында була.