Башҡортостанда быйыл 7 мең 300-ҙән ашыу юл билдәһе алмаштырыла

Республика юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 20 километр оҙонлоҡта юл кәртәләре ҡуйыла. Бындай һаҡлаусы ҡоролмалар Иҫке Собханғол – Мораҡ, Дүртөйлө – Нефтекама, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаларында урынлаштырыла. Бынан тыш, ҡала һәм ауыл урамдары, оло юлдарҙа яҡтыртҡыс бағаналар, светофорҙар ҡорола.