Бөгөн Радий Хәбиров Рәсәй фәндәр академияһының 300 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы “Торатау” Конгресс-холында Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге институттары әҙерләгән күргәҙмәне ҡараны. Биотехнологиялар, генетика, энергетика, археология, этнология өлкәләрендә асыштар һәм үҙенсәлекле проекттар тәҡдим ителде. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре фольклор фонетикаһын һанлы форматҡа әйләндерә. Бының өсөн магнит кассетталары һәм винил пластиникаларға яҙылған тауыштар компьютерға күсерелә. Институт директоры Зөһрә Рәхмәтуллина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт