Бөгөн Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 35 йыл

Иҫтәлекле дата айҡанлы бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, хәрби ветерандар, яугир-интернационалистар «Хәсрәтле әсә» һәйкәленә сәскә һалды. Һәләк булғандарҙы иҫкә алды.

Афған һуғышы илебеҙ тарихындағы ҡайғылы биттәрҙең береһе, хәрби бәрелештәр 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 фев­раленә тиклем дауам итә. Йәғни был ҡан ҡойош 9 йылдан ашыуға һу­ҙыла. Афғанстанда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Башҡортостандан афған һуғышында 9 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша, уларҙың 343-ө һәләк була, 6-һы хәбәрһеҙ юғала. Республика халҡы интернациональ бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән егеттәрҙе онотмай. Афған яралары йылдар үтһә лә онотолмай, ти сарала ҡатнашыусылар.