Баймаҡ лицей-интернатында Совте ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 35 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара үтте. Унда яугир ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
10 йыл дауам иткән был һуғышта Баймаҡ районынан 150-гә яҡын һалдат ҡатнаша. Шуларҙың 4-һе Афған ерендә батырҙарса һәләк була. Ҡасандыр 18‐19 йәшлек кенә булып хеҙмәткә алынған егеттәр, бөгөн олпат ир‐уҙамандары. Улар йөрәгендә яу ерендә булған ваҡиғалар бөгөн дә тәрән эҙ ҡалдырған йылдар булып һаҡлана.
Әлеге көндә беҙҙең арала булған яугир интернационалистастарға хөрмәт күрһәтеү беҙҙең бурыс. Афғанстан еренән Совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 35 йыл тулыу уңайынан “Хәрби ҡәрҙәшлек” ойошмаһының иң әүҙем ағзаларына, ветерандарга рәхмәт хаттары, почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ махсус хәрбиә операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташтарҙың ҡатындарына ҡаһарманлыҡ ордендары тапшырылды.
Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү - төп маҡсаттарҙың береһе. Хәрби-патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән, был ветерандар, бөгөндә, үҫеп килгән йәш быуынға өлгө булып тора.