Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә «Өфө -Арена» спорт һарайы алдынан ҡуҙғалды. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер. Оҙатыусылар араһында әле алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың туғандары ла булды. Улар егеттәрҙән махсус хәрби биләмәгә күстәнәс, хаттар тапшырыуҙарын һораны.