Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мәктәп директоры уҡыусылары менән осрашып, «Ҡаһарманлыҡ дәресе» ойошторҙо. Стәрлетамаҡ районы Оло Ҡуғанаҡ мәктәбе директоры Рушан Сәғитов ике аҙнаға иҫәпләнгән ялға ҡайтып балалар менән аралашты.
Рушан Вәкил улы 2022 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Яугирҙың тормош юлы тыуған районы менән тығыҙ бәйле. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем алып, Эске эштәр министрлығында эшләгән, аҙаҡ Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында уҡытҡан, мәғариф бүлегендә тәжрибә туплап Оло Ҡуғанаҡ мәктәбенә етәксе итеп тәғәйенләнгән.