Афған ветерандары бөгөн дә сафта һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Был турала Башҡортостан башлығы бөгөн Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе. Радий Хәбиров яугир-интернационалистарға ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәгән өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, Шайморатов ордендарын һәм миҙалдарын тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар бер минут тынлыҡ менән хәрби бәрелештәрҙә һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Афған хәтирәләрен БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Афғанстан еренән һуңғы совет һалдаты сығарылыуға 35 йыл. Әммә яугир интернационалистар ул шаңлы осорҙы онотмай, афған хәтирәләре ғүмер буйы өндә лә, төштә лә оҙатып йөрөй. Ул ваҡытта балалыҡтан да сығып өлгөрмәгән 18-20 йәшлек егеттәр ут эсенә барып инә.
Радий Хәбиров интернациональ бурысын намыҫ менән үтәгән яугирҙарға рәхмәт белдереп, ветерандарҙың бөгөн дә сафта тороуын билдәләне. Афғанстан - ил тарихындағы ябай булмаған бит. Ул ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ сағылышы булып тора, тине Республика башлығы.
Башҡортостандан 3 мең ярым тирәһе яугир юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Улар араһында Рәсәй Геройҙары ла, ордендар менән бүләкләнеүселәр ҙә бар. Полковник Ринат Әминев Именлек хеҙмәте ветераны, тере легенда. Ринат Тимер улының 5 йылдан ашыу ғүмере Афғанстан менән бәйле.Әлеге ваҡытта ла әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған абруйлы шәхескә Радий Хәбиров Шайморатов орденын тапшырҙы.
Афған ветерандары йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә лә актив ҡатнаша. Яугир-интернационалистар хәрби-патриотик, спорт клубтары ойоштора, батырлыҡ дәрестәре үткәрә. Уларҙың балаларға, үҫмерҙәргә әйтер һүҙе бар.
Афған һуғышын үткән шуравиҙар хаҡында әҫәрҙәр яҙылған, кинолар төшөрөлгән, йырҙар ижад ителгән. Уларҙың яҙмышы илһөйәрлек өлгөһө. Афған ветерандарының махсус хәрби операцияға ла тәүгеләрҙән булып юлланыуы шуға асыҡ миҫал. Ошо көндәрҙә Ил Президентының указына ярашлы Рәсәй геройы исеменә лайыҡ булған Андрей Мигунов та афған ветераны. Махсус хәрби операцияла ул «Башҡортостан» полкының танк командиры була һәм алғы һыҙыҡта батырҙарса һәләк була.
Быйыл Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 35 йыл. Әммә йылдар үтһә лә афған яралары онотолмай. 9 йылдан ашыу барған хәрби бәрелештәрҙә 620 мең совет һалдаты интернациональ бурысын үтәй. Башҡортостандан афған һуғышында 9 мең яҡташыбыҙ ҡатнаша, 343-сө һәләк була, 6 егет хәбәрһеҙ юғала. Республикала угир-интернационалистарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса даими эш алып барыла.
Рәмзиә Кәримова