Батырҙар онотолмай. Хәйбулла районы Баҡал ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Илгиз Әбделмәнов иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Урындағы мәктәп алдында үткән илһөйәрлек сараһында яугирҙың яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ефрейтер Илгиз Әбделмәнов 2013 йылда Сибай политехник колледжын тамамлаған, 2015 йылда армия алынған. Әрме хеҙмәтенән һуң контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә юлланған. Махсус хәрби операцияла тәүге көнөнән хеҙмәт иткән яугир 2022 йылда батырҙарсап һәләк була. Яҡташтары яугирҙы яуаплы, тырыш, ярҙамсыл, сәләмәт тормош алып барған ватан һаҡсыһы тип иҫкә алды.