Стәрлебаш районында «Атайсал - Ватан көсө» зональ форумы үтте

«Атайсал»ға яңы һулыш биреп. Республикала тыуған төйәктәге проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән проект уңышлы эшләп килә. Уның тирәләй меңәрләгән кеше берләшеп, яҡташтарының тормошон яҡшыртыусы изге эштәр башҡарыуын дауам итә. Проектҡа яңы һулыш биреү өсөн нимәләр кәрәк? Был турала Стәрлебаш районында үткән «Атайсал - Ватан көсө» зональ форумында һөйләштеләр. Унда һигеҙ муниципалитет вәкилдәре ҡатнашты. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Гөлөм ауылы мәсетендә ғәҙәти булмаған күренеш. Төрлө райондарҙан йыйылған дин әһелдәре, хакимиәт вәкилдәре рухи ҡиммәттәр, заман шарттарында балаларҙы тәрбиәләү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу темаларына һөйләшеү ҡорҙо. Түңәрәк өҫтәл ойошторолған иман йорто «Атайсал» проекты барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк ошо ауылдан сыҡҡан эшҡыуар көсө менән төҙөлгән. Тимәк, Кесе Ватанға эскерһеҙ ярҙам итеү - әле генә уйлап табылған идея түгел. Ләкин хәҙер Кесе Ватанға мәрхәмәтлек күрһәтергә теләүселәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Улар «Атайсал» проекты тирәләй берләшә, изге эштәрҙе бергәләп башҡара.

Айырым тема - яугирҙарға ярҙам итеү. Ирекмәндәр, ветерандар ойошмалары, мәғариф учреждениелары, эшҡыуарҙар окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ылауҙар туплай. Вазифа ла, дәрәжә лә, йәш йырмаһы ла юҡ. Барыһын да теләк һәм тыуған илгә һөйөү берләштерә. Быға тиклем махсус хәрби операция темаһына бәйле темалар түңәрәк өҫтәл артында ултырып һөләшеүгә генә ҡоролһа, ағымдағы быйылғы тәүге зональ форумда айырым күргәҙмә тәҡдим ителде. Һәр муниципалитет үҙенең яңылыҡтарын, яугирҙарға ярҙам итеүҙең яңы ысулдарын күрһәтте.

«Атайсал» сиктәрендә башҡарылған проекттарҙың иҫәбенә генә түгел, сифатына ла иғтибар бирелә башлаясаҡ. Яҡташтарҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләү, яңы пландар һәм тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында күргәҙмә лә ойошторолдо.

Киләсәк быуындар алдында нимә менән ғорурланырбыҙ? Яҡташтар нимә өсөн «рәхмәт» әйтер? Ошо һәм башҡа һорауҙар стратегик сессия барышында күтәрелде. Яуапты район башлыҡтары үҙ командалары менән бергә эҙләне.

Сарала тыуған барлыҡ идеялар апрелдә республика кимәлендә үтәсәк «Атайсал» форумында тәҡдим ителәсәк.

Әлфинә Килдейәрова