Милли йәштәр театрында «Аҡһаҡ» спектакле премьераһы үтте

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мансур Ғиләжевтың «Бисура» пьесаһы буйынса «Аҡһаҡ» спектакле премьераһы үтте. Сәхнә әҫәре тарихи хәтерҙең юғалыуы, кешеләрҙең бер-береһенән ситләшеүе, тоталь яңғыҙлыҡ тураһында һөйләй, быуындар араһында бәйләнеште нығытыу мөһимлеге билдәләнә. Сәхнә әҫәре үҙәгендә ҡатыны менән бөтөп барған ауылда йәшәгән Аҡһаҡ образы. Ғүмеренең һуңында ул донъяға «йомоҡ күҙҙәр» менән ҡарап йәшәүен аңлай, уны күптән инде бер нәмә лә шатландырмауы, тормошта бер нәмәгә лә ирешмәүенә үкенә. Герой борсоған уйҙары тураһында өй эйәһе менән әңгәмә ҡороп, тормошҡа ышанысын ҡайтарырға тырыша.

«Аҡһаҡ» спектакле һуғыш йылдарынан һуңғы осорҙа нығынған система тураһында һөйләй. Быуындар араһында тышҡы конфликт асылыу менән бер рәттән, тормошҡа әрнегән, арыған кешенең эске донъяһы ла күрһәтелә. Атайҙарын күрергә теләмәгән улдарының уның янына килендәрен генә ебәреү сәхнәһе лә ваҡиғалар үҫешен ҡатмарлаштыра.