Илин районында мемориал хоккей турниры үтте

Спорт ярышы яугир-интернационалист көнө сиктәрендә, ҡыҙыу нөктәләрҙә, махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк буған һалдаттар иҫтәлегенә арналды. Иглин районында ойошторолған спорт сараһы хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Хәрби хәрәкәттәре ветерандары кубогына хоккей ярышы һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ойошторған сара йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү өлгөһө булып тора.

Йәрәбә тартҡандан һуң беренсе булып боҙға «Сокол» һәм икенсе «33-сө Легион», «Кристалл. Энергетик» һәм «Вулкан» командалары сыҡты.Турнирҙа ҡатнашыусы 5 команда араһында ярыш көсөргәнешле барҙы.

Турнирҙа ҡатнашыусыларға һәм көйәрмәндәргә Иглин районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы, ДОСААФ ойошмаһы бушлай туҡланыу ойошторҙо. Хәрби частан һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы тарафынан ҡоролған йылы палаткаларҙың береһендә уйынсыларға кейемдәрен алмаштырыу, икенсеһендә тамаҡ ялғап алыу мөмкин булды.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Өфөнәң Нуғай ауылынан «Сокол», икенсе урынды Таутөмәндән «Йылан» командаһы, өсөнсө урынды Иглиндан «33-сө Легион» командаһы яуланы. Хоккей турнирын ойоштороусылар мемориал турнирҙы киләһе йылда ла үткәреү теләге менән таралды.

Гүзәл Борханова