Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Әбйәлил, Мәләүез, Учалы һәм Хәйбулла хужалыҡтары ғинуарҙа сит илгә тауар һатҡан. Уны Германия, Бельгия, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Латвия һәм Польшала алғандар. Былтыр беҙҙең республиканан 748 мең тонна ауыл хужалығы тауары сығарылды. Был күрһәткес 79 процентҡа артҡан.