Республика ауыл хужалығында 78 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы 5 йылда республикала 18 һөт фермаһы, 3 сусҡа комплексы һәм селекция-гибрид үҙәге эшләй башланы. Ҡошсолоҡ, аҙыҡ-түлекте эшкәртеү һәм һаҡлау өлкәләрендә  проекттар бар. 2030 йылға тиклем ҙур 30 һөт комплексы һәм 300 бәләкәй ҡошсолоҡ фермаһын асыу бурысы ҡуйыла.