Башҡортостанда Дмитриевка-Кушнаренко юлы ремонтлана

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, бындағы трасса Шишмә һәм Кушнаренко райондары халҡы өсөн мөһим. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса башҡарыла. Бишкәзә Иҫке Ғүмәр, шулай уҡ Иҫке һәм Яңы Туҡмаҡлы араһы тәртипкә килтерелә. Ремонт яҙын башлана, йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла.