Президент һайлау көндәрендә ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр туҡтатыла

Быйыл һайлау 15, 16 һәм 17 мартта уҙғарыла. Күп һайлау участкалары белем усаҡтарында урынлашҡан. Ошоға бәйле йома балаларҙың уҡырға бармауы ихтимал. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында 14 мартта мәктәп биналарында тикшереү була. Һайлау участкаларына ингән урында металл эҙләгестәр ҡуйыла.