Бөгөндән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары барлыҡ ҡала һәм райондарын урап сыға. Был халыҡҡа Рәсәй Президентын һайлау тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк. Комиссия ағзалары анкеталағы һорауҙарҙы бирә һәм мәғлүмәттәрҙе мобиль ҡушымтаға индерә. Бының өсөн бер нисә минут ваҡыт талап ителә. Рәсәй Президентын һайлау 15 марттан 17-һенә тиклем дауам итә.