Хәйбулла районы Баҡалы ауылында Илгиз Әбделмәновҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ул һалдат белем алған мәктәп диуарына беркетелде. Илгиз Әбделмәнов 2013 йылда Сибай политехник колледжын тамамлай. 2015 йылда армия сафына баҫа. Байкал аръяғы крайында, Чита ҡалаһында артиллерия ғәскәрҙәрендә водитель була. 2016 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Силәбе өлкәһе Сыбаркүл ҡалаһында хеҙмәт итә. Унан тыныслыҡ һаҡлау көстәре составында Таулы Ҡарабахҡа ебәрелә. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта алыша. Танк дивизияһының мотоуҡсылар полкында граната ташлаусы ярҙамсыһы була. 2022 йылдың авгусында ғүмере өҙөлә. “Ул изге күңелле, яуаплы, тырыш егет ине. Яҡындары өсөн өҙөлөп торҙо. Батырҙарса һәләк булған ҡустыбыҙҙың исеме беҙҙең күңелдә һаҡланасаҡ ”, - ти Илиз Әбделмәновтың туғаны Гөлсәсәк Ғафарова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИлгиз Әбделмәнов үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына күрһәтелә.