Бөгөн уларҙы асыу тантанаһында республика етәксеһе Радий Хәбиров менән «Рәсәй почтаһы» генераль директоры Михаил Волков ҡатнашты. Республика халҡының өстән бер өлөшө ауыл ерендә йәшәй, улар өсөн почта бүлексәләре мөһим социаль һәм күп функциялы үҙәк булып тора тип билдәләне республика етәсеһе. Мәҫәлән, Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылы почта бүлексәһе өс ауылды хеҙмәтләндерә, унда бер меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, гәзит-журналдарға яҙылыу, посылкалар ебәреү өсөн бүлексәгә мөрәжәғәт итә. Башҡортостанда 2024 йылда тағы ла 21 бүлексә төҙөкләндереләсәк.
Башҡортостан почта бүлексәләре буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. 1280 үҙәк халыҡ мәнфәғәтенә эшләй. «Рәсәй почтаһы» өсөн хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын күтәреү ҙә төп бурыс булып тора. Яңыртылған бүлексәләрҙә лә хеҙмәткәрҙәргә күптән көтөлгән уңайлыҡтар булдырылған.