Өфөнөң Азатлыҡ урамында инвалидтар өсөн көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәгенең яңы бүлексәһе ойоштороласаҡ. Әле ҡала хакимиәте тарафынан ҡуртымға тапшырылған объектты реконструкциялауға әҙерлек эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Уның сиктәрендә менталь һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән йәштәргә хеҙмәт оҫтаханалары булдырыла. Мәктәпте тамамлағандан һуң профориентация саралары үтеп, эш башлаған егет-ҡыҙҙар менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
Йәштәр аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Аҙнаһына ике тапҡыр улар ашнаҡсы ярҙамы менән төшкө һәм киске аш бешерә. Меню бер айға алдан төҙөлә. Маҡсат бер - мөмкинлектәре сикләнгән егет-ҡыҙҙарҙы ғәҙәти тормошҡа өйрәтеү. Өҫтәлде сервировкалау, һауыт-һаба йыуыу ҙа уларҙың иңендә.
Өфөлә 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтар өсөн көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәге өсөнсө йыл эшләй. Кейем йыуыу, үтекләү булһынмы, бүлмә йыйыштырыумы - бында йәштәр көндәлек эштәргә өйрәнә, баҡсасылыҡ серҙәренә төшөнә. Уларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған. Компьютер классы эшләй, тегеү, сигеү, көршәк ҡойоу буйынса дәрестәр үтә.
Етештерелгән продукцияға заказдар ҙа бар. Шулай уҡ йәштәр төрлө күргәҙмә-йәрминкәләрҙә сығыш яһай. Хеҙмәт оҫтаханаһында сыныҡҡан егет-ҡыҙҙар Өфө предприятиеларына стажировкаға саҡырыла. Әйтәйек, тәрбиәләнеүселәрҙең өстән бер өлөшө хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Республика кимәлендә көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәге тәжрибәһен таратыу ҡаралған. Баш ҡалала тағы бер бүлексәһе буласаҡ.
Майҙа Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә лә инвалидтар өсөн көндөҙгө файҙалы мәшғүллек үҙәге асыу планлаштырылған. Ошо маҡсатта ҡаланан 300 квадрат метр майҙанлыҡ бина оҙайлы ваҡытҡа бушлай ҡуртымға бирелгән. Әле Азатлыҡ урамындағы йортта төҙөкләндереү эштәренә әҙерлек бара.
Бер нисә йыл буш торған объектта тиҙҙән хеҙмәт оҫтаханалары буласаҡ. Бинаны мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн ҡулайлаштырып эшләү ҡаралған. Эш күләме ҙур. Подрядсы компания тарафынан иҙән, түшәм, стеналар һүтелә башлаған. Ҙур ремонт эштәре көтөлә. Проекттың партнеры булараҡ «Полиэф» компанияһы сығыш яһай
Үҙәктә клининг, йәшел хужалыҡ эшселәрен әҙерләргә лә иҫәп тотола. Ошо маҡсатта уҡытыу программалары булдырыла. Тәүмаҡсат - инвалидтарҙың социаль әүҙемлеген тергеҙеп, уларҙы яңы һөнәрҙәргә өйрәтеү, хеҙмәт баҙарында лайыҡлы эш урыны менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала
Гөлназ Хәйбуллина