Күп функциялы үҙәк белгестәре документтар ҡабул иткәндә арест һәм сикләүҙәр булыуын тикшерәсәк

Күп функциялы үҙәк белгестәре Росреестр хеҙмәте буйынса документтар ҡабул иткәндә арест һәм сикләүҙәр булыуын тикшерәсәк. Был күсемһеҙ милекте иҫәпкә алыу һәм теркәү процесын туҡтатыу осрағын кәметеү маҡсатында эшләнә. Алдан тикшереү үткәреү килешеүҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Объект хужаһының юридик һәм финанс йөкләмәләре, кредиторҙарға бурысы, шулай уҡ суд ҡарарҙарын һәм суд процессында ҡатнашмаған осраҡта күсемһеҙ милеккә арест һалыныуы ихтимал. Арест һалыныуы кадастр иҫәбен һәм хоҡуҡ теркәү процессн туҡтатып тороуға нигеҙ булып тора.

Кадастр иҫәбен алыу өсөн хоҡуҡтарҙы теркәү маҡсатында күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итер алдынан ғариза биреүсе арест һалынғанмы, юҡмы икәнен тиҙ һәм бушлай үҙаллы тикшерә ала. Бының өсөн Росреестр сайтының күсемһеҙ милек буйынса мәғлүмәт сервисына онлайн форматта кадастр номерын йәки обьекттың тулы адресын йыйырға кәрәк.

Наталья Шаһиева, РОСРЕЕСТР-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе ярҙамсыһы