Тиҙҙән Өфөлә Радиоэлектрон технопарктың инфраструктура объекттары төҙөлөшө башлана

Проект республика өсөн «өҫтөнлөклө» тип иҫәпләнә, «Баҫтырыу һәм микроэлектроника технологиялары федераль үҙәге» проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабы булып тора. Сәнәғәт корпустары күтәреүгә өс гектарҙан ашыу ер участкаһы бүленгән. Биләмәлә импортты алмаштырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыласаҡ. Әйтәйек, пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы тулыһынса комплектлау ҡаралған.

Башҡортостанда Белоруссиялағы компания менән берлектә агродрондар етештерелә башланы. Ауыл хужалығы - пилотһыҙ авиация системалары тармағын үҫтереүҙә перспектив йүнәлештәрҙең береһе. Ҡулайлама аҙ күләмдә һиптереү технологияһы буйынса үҫемлектәргә һаҡлау саралары индереүгә, сәсеүлектәрҙе минераль һәм органик ашламалар менән эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Әлегә агродрон Башҡорт дәүләт аграр университеты баҫыуҙарында һынау үтә. Етештереүселәр билдәләүенсә, комплектлау буйынса барлыҡ элемтә, идара итеү һәм контроль системалары сит ил компанияларына ҡарай. Шуға күрә республикала электрон сәнәғәтте үҫтереү - көнүҙәк мәсьәлә.

Пилотһыҙ авиация системалары тармағы тулыһынса үҙебеҙҙеке булһын өсөн Өфөлә «Радиолектрон сәнәғәт өлкәһендә технопарк» проекты тормошҡа ашырыла. Быйыл буласаҡ резиденттар өсөн яңы корпустар, инфраструктура төҙөү ҡаралған. 2030 йылға тиклем биләмәлә 370-ән ашыу яңы эш урыны булдырыу, кәмендә биш предприятие асыу планлаштырылған. Эш сәфәре барышында федераль ведомство етәкселеге лә республика кимәлендә юғары бурыстар ҡуйылыуын юғары баһаланы.

Быйыл мартта ике корпус төҙөлөшө башланһа, йәйгә ҡарай технопарк объекттарын сафҡа индереү ҡаралған. Был, әлбиттә, амбициоз пландар. Республиканың уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуына бер шикһеҙ ышанам. Проекттың республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан хупланыуын да билдәләп үткем килә, төбәк кимәлендә ҙур эштәр башҡарылған, барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм.

Иван Куликов, Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәте сәйәсәте департаменты директоры

Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының төбәк сәнәғәте сәйәсәте департаменты етәксеһе Иван Куликов Өфө трансформатор заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты. Предприятие прогрессив технологиялар менән йыһазландырылған, етештереү ҡеүәте йылдан йыл артыуы күҙәтелә. Әйтәйек, 2022 йыл менән сағыштырғанда, былтыр продукция күләме ике тапҡырға юғары булған.

Предприятиела 500 киловольтҡа иҫәпләнгән автотрансформатор етештерелә башлаған. Әле уны киң производствоға сығарыу өсөн һынауҙар ойошторолған. Ҡулайлама 220 һәм 500 киловольт булған селтәрҙәрҙе тоташтырыу өсөн транзит булып хеҙмәт итәсәк.

Был төр трансформаторға айырыуса Алыҫ Көнсығышта ихтыяж юғары булыуы билдәләнде. Әйткәндәй, завод ҙур электротехник холдингтың айырылғыһыҙ бер өлөшө. Үҫеш мөмкинлектәре лә киң.

Предприятие Рәсәй баҙары өсөн генә эшләмәй, Белоруссияға ла сыҡты. Яңыраҡ ышаныслы партнерға әйләнгән республикаға Радий Хәбиров етәкселегендә бизнес-миссия менән йөрөп ҡайттыҡ. «Брестэнерго» менән берлектә Белоруссия биләмәһендә берҙәм производство булдырыу буйынса килешеү төҙөлдө. Унда 110 киловольтлы трансформаторҙар етештереү ҡаралған.

Александр Шельдяев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- Министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

Федераль ведомство департаменты етәкселеге Вуз-ара студенттар кампусында ла булып, йәш ғалимдар һәм студенттар эшләгән лабораторияларҙы ҡараны. Бында һәр вуздың үҙ киңлеге бар. Бизнес менән бәйләнеш булдырып, стартаптарҙы тормошҡа ашырыу ҙа ҡаралған. Иван Куликов илдең технологик суверенитетын булдырыуҙа ошондай объекттарҙың өлөшө юғары булыуын билдәләне

Гөлназ Хәйбуллина