Өфөлә студенттар өсөн «ТрудКрут» карьера форумы үтте

Ул иртәгә билдәләнәсәк Рәсәй студенттар отряды көнө уңайынан ойошторолдо. «Торатау» конгресс-холы майҙанына баш ҡала вуздары һәм урта белем биреү учреждениелары студенттары йыйылды. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙма.

Республика Рәсәй студенттар отряды көнөн бөгөн үк билдәләй. Йәштәр үҙ көсө менән ойошторған сара иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһынан башланды. Сулпан Таңғатарова өс йыл үҙе уҡыған университеттың педагогик отрядын етәкләй. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән сарала ҡатнашып өлгөрә, һәр йәй лагерҙа вожатый булып эшләй.

Башҡортостанда Рәсәй студенттар отрядының ҙур төбәк бүлексәһе эшләй. Ул йөҙләгән кешене берләштерә. Өфөлә уҙғарылған форум башлыса эш эҙләүсе студенттарға тәғәйенләнде. Уларға республиканың эре компаниялары тарафынан оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Төрлө өлкәләрҙә уңыш яулаған кешеләрҙең сығыштарын ишетергә, Рәсәй студенттар отряды менән берлектә эшләүсе ойошмаларҙың күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин. Иң мөһиме, һәр студент йәйгеһен эшләгән эше тураһында үҙ хәтирәләре менән бүлешә.

Ирина Сухарева, «Рәсәй студенттар отряды»ның Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе

Йылдан-йыл Рәсәй студенттары отряды яңы ойошмалар менән дуҫлаша. Форум барышында Башҡортостандағы «Ростелеком» компанияһы менән дә килешеү төҙөлдө.

Һөҙөмтәле эшкә иҫәп тотабыҙ. Йәштәр беҙгә кәрәк. Килешеү нигеҙендә беҙҙең компанияла студенттар практика, стажировка үтә. Киләсәктә эшкә лә урынлаша аласаҡ.

Сергей Нищев, «Ростелеком»дың Башҡортостан буйынса генераль директоры

Иртәгә билдәләнәсәк Рәсәй студенттар стрядтары көнө - ул хеҙмәт байрамы, ти ойоштороусылар. Сөнки хеҙмәт - студенттар отрядында төп ҡиммәттәрҙең береһе.

Әлфинә Килдейәрова