Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде

«Баш ҡала йыл уҡытыусыһы» һәм «Баш ҡаланың башҡорт теле буйынса йыл уҡытыусыһы» конкурсы финалы Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте. Бәйгелә маҡтаулы исемгә 60 белгес көрәшкән, уларҙың яртыһы - йәш белгестәр.

Конкурс ай дауамында барған, ҡатнашыусылар өс этапта төрлө бәйгелә һөнәри белемен һынаған. Уҡытыусылар яңы технологиялар һәм методикалар тәҡдим иткән, үҙ-ара тәжрибә бүлешкән. Еңеүселәр бер нисә номинацияла билдәләнгән, әйтәйек, «Танылыу» номинацияһында еңеүсене социаль селтәрҙәрҙә халыҡ һайлаған.

«Баш ҡала йыл уҡытыусыһы» конкурсы йолаға әүерелгән. Өс тиҫтә йылға яҡын уҙғарылған һөнәри бәйгелә 2 меңдән ашыу белгес ҡатнашҡан. Уларҙы республика юғары уҡыу йорттары ғалимдары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, конкурсының элекке йыл еңеүселәре баһалаған. Еңеүселәр республика данын ил кимәлендә яҡлаясаҡ.